Туризм
15 Октября 2018, 07:05

Һыйыр булһа – өҫтәлдә һый

Республикала социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль программа бойомға ашырыла, уға ярашлы, ауылда йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ярҙам алала.

Бәләбәй районы муниципаль районында бөгөнгә уны 80-дән ашыу ғаилә алған, шул иҫәптән Ермолкин ауыл советы ауыл биләмәһенән Зыязетдиновтар ғаиләһе.
Редакция хеҙмәткәрҙәре Баймырҙа ауылында Зыязетдиновтарҙың ғаиләһе менән осраша, хатта балалар яратып өлгөргән малҡайҙы фотоға төшөрә алды. Уларҙың ғаиләһе ишле, дүрт бала тәрбиәләйҙәр.
– Ауылда йәшәгәндәр өсөн һыйыр – ул барыһы. Беҙҙең күптән “һөтлөбикә” алғыбыҙ килде, тик беҙҙең һатып алырға аҡса самалы ине – ул хәҙер бик ҡиммәт тора, – тип һөйләне хужабикә Алена Александровна. – Беҙ Баймырҙаға ярты йыл элек күсендек. Ирем Марсель Тәлғәт улы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып эшләй, мин үҙем шунда уҡ – санитарка. Дәүләт тарафынан бындай ярҙам күрһәтелеүе тураһында белгәс, документтар тапшырҙыҡ. Уларҙы тиҙ арала ҡарарҙар тип һис көтмәгәйнек, бер нисә айҙан һыйыр һатып алыу өсөн иҫәпкә 49 мең аҡса ла күсте. Хәҙер хужалыҡта туйындырыусыбыҙ бар, ул беҙҙе “аҡ”тан өҙмәй. Өҫтәлебеҙҙә көн һайын һөт, ҡаймаҡ һәм эремсек. Малина (малҡайҙы шулай тип исемләгәндәр – ред.) – беҙҙең өсөн ҙур бүләк. Беҙ бик ҡәнәғәтбеҙ.
– Мин бында “Земство докторы” программаһы буйынса эшләргә килдем, – тип һөйләшеүгә ҡушыла Марсель Тәлғәт улы. – Бында халыҡ киң күңелле, ихлас ҡабул иттеләр, ярҙам итәләр, ихтирам менән ҡарайҙар. Йорт һатып алдыҡ, баҡса үҫтерәбеҙ, тауыҡ тотабыҙ, бына хәҙер быҙау ҙа көтәбеҙ. Йәшәргә һәм эшләргә була”.
Социаль контракттың бер мөһим шарты бар: өс йыл дауамында һыйырҙы һатырға йә һуйырға ярамай. Тимәк, “Простоквашинола каникулдар” йәнһүрәтендәге кеүек, һыйыр әлегә дәүләттеке булып ҡала. Әммә ул биргән бар ризыҡ – һөт, ҡаймаҡ, эремсек һәм быҙау – ул алған хужаныҡы.
Әнисә Ғәҙелшина
Читайте нас