Туризм
16 Октября 2018, 11:13

Урып-йыйыу тамамлана

Райондың ауыл хужалығы эшсәндәре әлеге ваҡытта техник культураларҙы урып-йыя. Исмәғил Хөснөтдиновтың крәҫтиән-фермер хужалығында 400 гектар көнбағышты беренселәрҙән булып йыйып алдылар.

Райондың ауыл хужалығы эшсәндәре әлеге ваҡытта техник культураларҙы урып-йыя. Исмәғил Хөснөтдиновтың крәҫтиән-фермер хужалығында 400 гектар көнбағышты беренселәрҙән булып йыйып алдылар.
Алексей Гришанин, Анатолий Мышаков, Сергей Липилиндың крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ла әлеге культураны йыя башланылар. “Малиновка” кооперативында иһә 422 гектар биләгән көнбағыштың яртыһын урып-йыйғандар.
МР хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, районда иген культуралары урып-йыйыу тамамланған тип әйтергә була. Эшсе ҡулдарға һәм урып-йыйыу техникаһына ҡытлыҡ һиҙелгән М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы, “Гарант” йәмғиәте баҫыуҙарында һуңғы гектарҙарҙа эш теүәлләнеп килә.
Римма Солтанова
Читайте нас