"Йәйғор" балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр күптән түгел Башҡорт гимназия-интернатында ҡунаҡта булды.
Бәләкәстәрҙе бында ихлас ҡаршы алдылар. Улар өсөн гимназия-интернатта махсус экскурсия ойошторолғайны. "Аманат" музейы экспонаттарын ҡарап, балалар Бәләбәй ҡалаһының күркәм уҡыу йорттарының береһе – башҡорт гимназияһы тураһында күп нәмә белде. Артабан балаларҙы тантана залына -– "Сәскә ат, Республикам!" әҙәби-музыкаль сараһына саҡырҙылар. Бай концерт программаһы барыһының да күңеленә хуш килде. 1-се класс уҡыусыларының "Тыуған яҡ" йырын бөтә зал күтәреп алды, ҡулға-ҡул тотоноп бергә йырланы.
Гимназияла ҡунаҡта булыу балаларға оҡшаны, байрамдан сағыу тәьҫораттар алып ҡайтты "Йәйғор" балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр.
Зоя Бикҡужина, "Аманат" музейы етәксеһе.