Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
17 Октябрь 2018, 11:44

Гәүһәр туйҙар булһын күберәк

Бәләбәй ҡалаһында оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер иткән ғаилә парҙарын тәбрикләү күркәм йолаға әүерелде.

Бәләбәй ҡалаһында оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер иткән ғаилә парҙарын тәбрикләү күркәм йолаға әүерелде.
Республика көнө уңайынан Үҙәк мәҙәниәт һарайында уҙған тантанала Люциә Кәлимулла ҡыҙы менән Ғәлимулла Ғәзизулла улы Хәбибуллиндарҙы иҫтәлекле ғаилә байрамы менән ҡотланылар. Ғаилә тормошо юбилярҙарын БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов ихлас ҡотлап, уларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының ҡотлау адресын уҡып ишеттерҙе һәм бүләк тапшырҙы.
Ирле-ҡатынлы Хәбибуллиндар 60 йыл бергә йәшәй, өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, өс ейәндәре һәм ике бүләләре бар. Улар был көндө шулай уҡ яҡындарынан, туғандарынан гәүһәр туйҙары менән йылы ҡотлауҙар ҡабул итте.
Читайте нас