Өфөлә 2014 йылдан эшләп килгән ошондай уҡ исемдәге проект буйынса «Bashkort 2.0» китабының исем туйы уҙҙы. Китап Мәскәүҙең «Роликс» нәшриәтендә 500 дана булып сыҡты.
«Bashkort 2.0» — Башҡортостандың заманса, үҫешкән һәм маҡсатлы яҡташтары тураһында проект. Исеме яңыртылған, яҡшыртылған башҡорт йәштәре версияһын сағылдыра. Геройҙар Башҡортостанда һәм Рәсәй ҡалаларында, шулай уҡ Европала һәм Азияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Африкала һәм Австралияла йәшәй.
Проекттың маҡсаты – уҡыусыларҙы илһамландырыу, яңы шәхестәр асыу, яҡташтарыбыҙҙың проекттары менән таныштырыу һәм уларға булышлыҡ итеү, үҫешкән башҡорт йәштәр имиджын булдырыу һәм танытыу, бөтә донъянан ватандаштарҙы берләштереү. Бөгөнгө көнгә проект сайтында 100-ләгән мәҡәлә баҫылып сыҡҡан.