Октябрҙә Бәләбәй районында 13 ветеран РФ Президентынан һәм Бәләбәй районы МР хакимиәте башлығынан йылы ҡотлауҙар һәм матур теләктәр ҡабул итә.
Бәләбәйҙәр Ирина Денисовна Жолуденко, Евгения Андреевна Масенькина, Маргарита Иосифовна Гембицкая, Екатерина Ивановна Руденко, Мәрүәр Төхвәтулла ҡыҙы Ғимаева, Мария Григорьевна Чубарева, приюттар Раиса Архиповна Озерова менән Екатерина Григорьевна Бычкова, Аксаковтан Анастасия Васильевна Феоктистова, Баженовтан Мария Петровна Семенкова, Шаровканан Прасковья Георгиевна Евставьева һәм Нина Ефимовна Михайлова, Ыҫлаҡбаштан Евдокия Михайловна Анисимова 90 йәшен билдәләй.
Туҡһан йыл ғүмер үткән дә киткән. Ветерандарға был йылдарҙа нәмәләр генә кисерергә тура килмәгән. Әммә, нисек кенә ауыр булмаһын, улар йәшәү дәртен, йәшәү сәмен юғалтмаған, үткәндәрҙе йылы итеп иҫтәренә ала.
"БХ" уҡыусылары ҡотлауҙарға ҡушыла һәм олпат йәштәге ветерандарға ныҡлы һаулыҡ, именлек теләй.