Бәләбәй районы Туҙлыҡуш ауылының биләмә китапханаһында БР-ҙа
Ғаилә йылына бағышланған күңелле сара уҙҙы.
Республика көнөн байрам итеү уңайы менән Туҙлыҡуш биләмә китапханаһында Ғаилә йылына арналған сараның беренсе өлөшөндә Башҡортостан тураһында йыр һәм шиғырҙар яңғыраны. Ҡатнашыусылар “Һин үҙ төбәгеңде беләһеңме?” викторина һорауҙарына яуап бирҙе.
Ә унан сара “Ғаиләм- терәгем” конкурс программаһы менән дауам итте. Конкурста ҡатнашыусылар “Башҡортостан” һүҙенән һүҙҙәр төҙөнө. “Минең ғаиләм тарихы”, “Иң ҡәҙерле бүләк”, “Балалар менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәр”, “Әсәйҙең бишек йыры” ғаилә конкурстарында оҫталыҡтарын күрһәтте.
Йыр һәм бейеү конкурстары иң күңеллеһе булды: ғаилә парҙары яратҡан йырҙарын башҡарҙы, парлап бейене. Фәриҙә менән Мөнәүәр Синәғәтуллиндарҙың, Рәсимә менән Камил Фазлетдиновларҙың ғаиләләре еңеүселәр булып танылды. Ҡатнашыусылар бүләккә дипломдар һәм шағирә Зәйфә Сәлихованың яңы “Йылытаһым килә донъяны” китабын алдылар. Шағир Камил Фазлый әлеге китаптан бер нисә шиғирҙы уҡып ишеттерҙе.
Лена Юлаева, йәмәғәт хәбәрсеһе.