Башҡортостан Хөкүмәте үҙенең оператив кәңәшмәләрен хәҙер шәмбе һайын көндөҙгө сәғәт 1-ҙә уҙғара башлай. Уларҙа видеоконференция режимында республиканың ҡалалар һәм райондар хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнаша ала. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәновҡа ошондай йөкләмә биргән.
Радий Хәбиров, бынан алып чиновниктарҙың тыныс тормошо булмай, сөнки дәүләт хеҙмәтендә нормаға һалынған эш көнө булмай, тип билдәләгән. Шул арала, ул ултырыш залында булған чиновниктарҙың бер ҡайһыһына ла дошмандарса мөнәсәбәттә ҡарамауын билдәләгән, сөнки хөкүмәт ағзаларының һәр ҡайһыһында билдәле бер тормош һәм һөнәри тәжрибәһе бар. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, ул эшкә һәм халыҡҡа ҡарата миһырбанһыҙ мөнәсәбәт менән килешмәйәсәк.
— Мин – романтик та, теоретик та түгел, мин – айыҡ аҡыллы сәйәсмән. Һеҙҙең менән дөйөм эш буйынса партнерҙарса һөйләшәм. Хөкүмәт ағзалары һәм муниципалитеттар башлыҡтары, тағы бер төркөм етәкселәр — бөтәһе бергә 200 кеше кешеләр үлмәһен, балалар мәктәпкә балта тотоп бармаһын өсөн яуаплы. Әгәр тейешенсә эшләргә әҙер булмаһағыҙ, кәңәшмәнән һуң башҡа нәмә менән шөғөлләнә алаһығыҙ, — тигән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.