Үҙәк китапхананың милли әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге, “Бикчәнтәй уҡыуҙары-2018” акцияһына ҡушылып, яҙыусы-фронтовик Әнүәр Бикчәнтәевтең тормошона һәм ижадына бағышланған саралар үткәрҙе.
Киң даирә ҡулланыусылар өсөн “Юғары рухилыҡ ижадсыһы” асыҡ әҙәби күҙәтеү ойошторолдо. Китапханасылар яҙыусының китаптары, тормошо һәм ижады тураһында һөйләне. Теләгәндәр оҡшаған китаптарын өйгә лә ала алды.
Был көндәрҙә тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге бүләк – Әнүәр Бикчәнтәевтең 1986 йылда нәшер ителгән “Бөркөт һауала үлә” китабын алды. Уҡыусы Т. Ленчевская алыҫ 70-се йылдарҙа балалар китапханаһында яҙыусы менән ойошторолған осрашыу тураһында иҫтәлектәрен һөйләне.
“ Бөркөт һауала үлә ” китабы буйынса “Үлемһеҙлеккә аҙым” уҡыусылар конференцияһы акцияны йомғаҡлау аккорды булды. Китаптың һуңғы юлдарын уҡығанда медицина колледжы уҡыусылары бер һорауға яуап эҙләне: автор ниңә китабын шулай атаған? Улар китаптан миҫалдар ярҙамында Саша Матросовтың сағыу образын тыуҙырҙы, уның эш-ғәмәлдәренә баһа бирҙе. Е. Павлова, П. Аникеева, А. Григорьева, А. Нурғәлиева, К. Батырова, Я. Антонова, Д. Муксинов, Р. Мозафаров сығыштары яҙыусының фекере менән бер булды: Александр Матросов осраҡлы рәүештә генә батырлыҡ эшләмәгән, ул ғүмере буйы уға әҙерләнгән.
Александр Матросов образын иркенлек яратыусы ҡош – бөркөт менән сағыштырҙылар, ул һәр саҡ бейек-бейектә оса һәм осҡан саҡта үлә.
Геройҙың батырлығына 75 йыл тулды.