Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
19 Октябрь 2018, 13:38

Башҡорт ҡурсаҡ театрында яңы спектакль

Өфөлә Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакленең премьераһы уҙҙы. Спектаклде Башҡорт ҡурсаҡ театры Башҡортостандың халыҡ шағирының быуат юбилейы алдынан сәхнәгә сығарҙы – 2018 йылдың 20 октябрендә уның тыуыуына 99 йыл тула.

Өфөлә Мостай Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» спектакленең премьераһы уҙҙы. Спектаклде Башҡорт ҡурсаҡ театры Башҡортостандың халыҡ шағирының быуат юбилейы алдынан сәхнәгә сығарҙы – 2018 йылдың 20 октябрендә уның тыуыуына 99 йыл тула.
Бөтә төп тормош этаптарында Мостай Кәрим образы тәүге тапҡыр театр сәхнәһендә тормошҡа ашырылған. Шағир ролендә – йәш актер Вадим Ғәбиҙуллин, уның ҡатыны Рауза – Рәйлә Ғизәтуллина. Сәхнәлә яҙыусының замандаштары һәм ҡәләмдәштәре, яҡындары һәм дуҫтары йәнләндерелгән. Спектакль драма театры, ҡурсаҡ театры, пластик театр, кинодокументалистика һәм әҙәбиәт ҡатышмаһынан ғибәрәт. Ваҡиғалар һәм фәлсәфәүи текстар хәҙерге театр теле менән бирелгән. Режиссеры — Альберт Имамутдинов. Режиссер билдәләүенсә, был спектакль – эксперименталь. Спектаклде үҙенсәлекле сәхнәләштереү өсөн театр махсус рәүештә видеоанимация селтәре һатып алған. Проектты «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Театрҙар балаларға» программаһы ярҙамында тормошҡа ашырып булған. Уның ярҙамы 4 миллион һумға яҡын тәшкил иткән.
Спектаклде шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова юғары баһалаған. Ул киләһе йылда спектакль Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған юбилей программаһының бер биҙәге буласаҡ, тип билдәләгән.
Театр фойеһында был кис Милли китапхана фондынан «Мостай Кәримдең әҙәби мираҫы», ҡурсаҡ театрында Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса төрлө йылдарҙа ҡуйылған спектаклдәрҙән фотолар, афишалар һәм ҡурсаҡтар ингән «Мостай Кәрим һәм ҡурсаҡ театры» күргәҙмәләре эшләгән. Шағирҙың Шишмә районынан яҡташтары шулай уҡ уникаль экспонаттар һәм һирәк фотолар менән күргәҙмә ойошторған һәм «Беҙҙең Мостай Кәрим» театрлаштырылған перформанс күрһәткән.
Читайте нас