Уның тауышында, моңонда тыуған төбәк, тыуған ер доньяһы…
32-се “Дуҫлыҡ” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Лариса Гусейнова танып белеү-күңел асыу сараһы ойошторған. Балалар республика флагы һәм гербы менән танышҡан, Өфөнөң иҫтәлекле урындары тураһында видеоматериал ҡараған.
Балалар иғтибарын флагта һүрәтләнгән үҫемлек йәлеп иткән. Ул ҡурай – Башҡортостан Республикаһы символы. Малайлар һәм ҡыҙҙар ҡурай тураһында бәйән тыңлап, уны тотоп ҡарап ҡына ҡалмағаннар, Үҙәк мәҙәниәт һарайынан Эдуард Агишев етәкселегендәге ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында был тылсымлы уйын ҡоралы тауышының нисек яңғырауын да тыңлаған. Кескенәләр милли кейемдәрҙә йәш башҡарыусыларҙың ҡурайҙа уйнауын һоҡланып, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәткән.
Балалар Башҡортостан тураһында шиғырҙар уҡыған, уйындар уйнаған, йырҙар йырлаған, милли ризыҡ– “сәк-сәк” менән һыйланған.
– Баланы милли көнкүрешкә, һөйләм теле көйөнә, йырҙарына алып инеп, халыҡ йолаларын үҙләштереү өсөн тәбиғи мөхит тыуҙырабыҙ, шулай итеп үҙ кесе тыуған иленә ҡарата һөйөү тәрбиәләйбеҙ. Тыуған төбәгеңде , тыуған ҡалаңдың ҡийммәттәрен, ил традицияларын һәм байрамдарын белеү мәктәпкәсә йәштә илһөйәрлек тәрбиәләүҙең нигеҙе булып тора, – тип фекерҙәре менән уртаҡлашты өлкән тәрбиәсе Роза Төхвәтшина.
Әнисә Ғәҙелшина әҙерләне.