Кешелек тарихы биттәрен аҡтарғанда, ниндәй генә милләттәр осрамай унда. Берәүҙәр тураһында вайымһыҙ ғына телгә алына, ә ҡайһы бер халыҡтарҙың бөйөклөгө, көсө күктәргә ашырып бәйән ителә. Тик һәр ваҡыт нимәгә иғтибар итергә мөмкин: халыҡтың алға китешен, тотош милләттең данын айырым шәхестәр билдәләй. Бигерәк тә үҙ-үҙенән "Һин кем?" тип түгел, "Һин ни өсөн?" тип һорап йәшәүселәр, халҡына "Айны!" тигән бер һүҙ әйтергә өлгөргәндәр заман үтеү менән бары хәтергә генә ҡалһа ла, бер ҡасан да исеме телдән төшмәйәсәк.
Күпме йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, Мостай Кәрим һаман да ике ярҙы, ике донъяны тоташтырып тороуын дауам итә. Ул балалар менән ололар, ябай эшсәндәр менән хакимдар, үткән менән киләсәк, бөгөнгө менән мәңгелектең араһындағы күпер. ("Киске Өфө" газетаһы)
Белешмә. Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала. Госпиталдә дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтҡас, ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.
1930 йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941 йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китабы, 10-дан ашыу пьесаһы донъя күрә. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.
Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телгә тәржемә ителгән.
2005 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.
М. Кәрим Бәләбәй ҡалаһы Башҡорт гимназия-интернатында ҡунаҡта. Фото БГИ архивынан.