Мәләүез ҡалаһында талантлы композитор, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фаил Абдраков һәүәҫкәр композиторҙарҙың “Күңелем моңдары” төбәк конкурсы уҙҙы. 2000 йылдан үткәрелеүсе ижади бәйгенең маҡсаты – композиторҙарҙың башҡарыу кимәлен һәм музыка культураһын үҫтереү, БР ҡалалары һәм райондары араһында ижади хеҙмәттәшлекте нығытыу, үҙешмәкәр коллективтар һәм башҡарыусылар өсөн заманса репертуар булдырыу.
Музыкаль конкурста Бәләбәй “маэстролары” Хәмит Тәүхетдинов менән Эдуард Егоров ҡатнашты.
Хәмит Сәйәх улы компетентлы жюри хөкөмөнә хитҡа әйләнгән “Туғандарың менән бергәләп” йырын тәҡдим итте. “Аҡсарлаҡ” татар йыры төркөмө солисы Тәнзилә Лоҡманова ла уның әҫәрен – “Сәскәләр тотоп килдем” йырын башҡарҙы. Һөҙөмтәлә беҙҙең билдәле һәүәҫкәр композитор төбәк конкурсы дипломанты булды.
Эдуард Егоров яңы “Һеҙ бит ул бәхет” йырын башҡарҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был моңло йыр һүҙҙәренең авторы – йырсының әсәһе Рәзидә Ибәтуллина, ә көйөн башҡарыусы үҙе яҙған. Уға Өфөлә яҡшы клип та төшөрөлгән. Жюри ағзаларын моңло матур тауышы һәм юғары башҡарыу оҫталығы менән таң ҡалдырып, Эдуард I дәрәжә лауреат булды! Лауреат булараҡ, ул гала-концертта ла сығыш яһау хоҡуғы алды. Ҡатнашыусыларҙы лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!