Төбәк етәксеһе тәүҙә Бәләбәй ҡалаһындағы бала табыу йортона барҙы. Унда капиталь ремонт күптән башланһа ла, әле һаман тамамланмаған. Майҙаны 4,9 мең квадрат метрлыҡ дүрт ҡатлы бина 1984 йылда файҙаланыуға тапшырылған. Район хакимиәте һәм Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы комиссиялары ҡоролманы техник тикшергәндән һуң инженер коммуникацияларын тулыһынса алмаштырыу һәм капиталь төҙөкләндереү үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Республика бюджетынан бүленгән аҡсаға 2012-2013 йылдарҙа ағас тәҙрәләр яңыларына алмаштырылған, металл ишектәр ҡуйылған, лифт яңыртылған. Социаль маҡсатлы программалар фонды иҫәбенә 2014 йылда ҡыйыҡ, елләтеү системаһы һәм дүртенсе ҡаттағы сантехник ҡорамал ремонтланған. Подрядсы артабанғы капиталь ремонтты сифатһыҙ башҡарған. Шуға күрә бина әле һаман файҙаланыуға тапшырылмаған. Әлеге ваҡытта бала табыу бүлеге Приют ҡасабаһында урынлашҡан, ҡатын-ҡыҙҙарҙы Октябрьскийға һәм Өфөгә, шулай уҡ Бишбүләккә ебәрәләр.
Радий Хәбиров дауахана етәкселеге менән объектты сафҡа индереү ваҡытын тикшерҙе. Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рөстәм Ишмурзин һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта проект-смета документацияһы әҙерләнә, йыл аҙағына тиклем ул экспертиза үтергә тейеш, 2020 йылдың беренсе кварталында бала табыу йорто эшләй башлаһын өсөн апрелдә ремонт эштәренә тотоноу күҙаллана.
«Мин һеҙгә 2019 йылдың аҙағына тигән маҡсат ҡуям, – тине төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. – Һәйбәт эшләгән подрядсыларҙы табығыҙ. Финанслау буйынса йөкләмә бирермен».
Республика етәксеһе район хакимиәте менән медицина кадрҙарына, ҡорамалдарға ҡытлыҡты тикшерҙе.
Шунан һуң Радий Хәбиров Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының эше менән танышты. Республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшен ойоштороу буйынса бик күп ялыуҙар алыуын билдәләне һәм пациенттарҙың сиратта ултырыу ваҡытын ҡыҫҡартырға ҡушты.
Радий Хәбиров кардиология һәм педиатрия бүлектәрен ҡараны, унда дауаланған пациенттар менән аралашты, туҡланыуҙы ойоштороу, дарыуҙар һәм кәрәкле ҡорамалдар менән тәьмин ителеш менән ҡыҙыҡһынды, уларҙың фекерҙәрен һәм теләктәрен тыңланы.