Өйҙә “һауа торошо” һәр саҡ ҡояшлы һәм аяҙ булһын өсөн бер-береңде кисерә һәм тыңлай белергә кәрәк
“Надеждин ауылында бәхетле матур пар – Тәнзилә Авзал ҡыҙы менән Закуан Ғәли улы Ноғомановтар йәшәй, – тип башлана Надеждин биләмә китапханаһы китапханасыһы Гөлфинә Хәбибрахманова менән Надеждин ауыл клубы методисы Лариса Полозованың хаты.
– Ноғомановтар бергә 60 йыл! Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр, хәҙер алты ҙур ейәндәре һәм ете бүләләре бар. Улар балаларын ярата, ә ейәндәре өсөн үлеп, йән атып торалар.
Ауылдаштарыбыҙҙың өйөндә булғандар унда хөкөм һөргән йылылыҡ, йәмде һиҙмәй-күрмәй ҡалмағандыр, моғайын. Тәнзилә апай һәм Закуан ағай менән былай ғына һөйләшеүе лә йән рәхәте. Улар менән аралашҡанда, гүйә, бер кеше менән һөйләшкәндәй булаһың. 60 йыл бергә ғүмер кисергәнгә бер бөтөнгә – бер-береһенән башҡа йәшәй алмай торған кешеләргә, ғәйәт татыу ғаиләгә әүерелеп бөткәндәр.
Йәштәр 1958 йылдың 1 ғинуарында яҙылышҡан. 60 йыл элек был иҫтәлекле көн туй күлдәктәренән, Мендельсон маршынан һәм шампан шарабынан башҡа ғына үткән. Хәйер, ул заманда ғәләмәт ҙур туйҙар үткәреү булмаған да. Ҡулға-ҡул тотоношоп, оло тормош юлы үткән Ноғомановтар: “Мөхәббәт – ул көн һайын һаҡларға кәрәк тойғо. Яратыуҙың һүнмәүе көндәлек мәшәҡәттәрҙән, ике яҡын кешенең бер-береһен ихтирам итеүенән, бер-береһенә юл биреүенән, эшләүенән һәм бергә шатланыуынан тора”, – тип иҫәпләй.
– Әгәр бөтөн тормош юлыбыҙ рауза сәскәләренә күмелгән икән, тип уйлаһағыҙ, хаталанаһағыҙ! – ти Тәнзилә Авзал ҡыҙы, асыҡтан-асыҡ. – Тормош бит ул, сәнескеләре лә булды. Әммә бөтөн һынауҙарҙы бергә еңдек. Бәлки, шуға һөйөүҙе һаҡлай алғанбыҙҙыр!
Ноғомановтар өсөн ғаилә – беренсе урында.
– Бөтә йорт эштәрен бергә эшләргә кәрәк, бына шул саҡта ғаилә татыу була, – тип уртаҡлаша улар ғаилә бәхете сере менән. – Утыҙ дүрт йыл элек йорт һалдыҡ. Утын да кәрәк булды, һыу ҙа ташыныҡ, мейескә лә яҡтыҡ. Бөтөн ғаилә менән утын киҫергә, ярырға, өйөргә сыҡтыҡ. Бергә эшләү бер-береңде яҡынайта.
Тәнзилә апай башта Карл Маркс исемендәге колхозда һыйыр һауҙы. Унан хат ташыусы булып. Закуан ағай ғүмере буйы колхозда тракторсы булды.
Был ғаилә өсөн иң мөһим һүҙ – бергә. Шатлыҡта-ҡайғыла ла, ауырығанда һәм терелгәндә лә, эштә һәм ял иткәндә лә – бергә.
– Ноғомановтар ғаиләһендә тағы бер юбилей, – ти хат авторҙары. – Тәнзилә Авзал ҡыҙына 19 октябрҙә 80 йәш тулды! Унан Закуан Ғәли улы – Надеждин ауыл биләмә китапханаһының иң әүҙем уҡыусыһы.