Туризм
23 Октября 2018, 07:08

Ул һәр яҡтан беренсе булды

Комсомолдың 100 йыллығы алдынан Бәләбәй районы тарихында һиҙелерлек эҙ ҡалдырған бер кешенең исемен иҫкә алыу урынлы булыр ине. Ул 1960 йылдар башында ауыл комсомолын етәкләгән Рөстәм Закуан улы Иҙиәтуллин.

ВЛКСМ-дың район комитетына килгәнгә тиклем был ябай ауыл егете район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләне. Кемдең еңел ҡулы менән ул комсомол етәксеһе итеп тәҡдим ителгәндер, уныһын әйтеүе ҡыйын, әммә был бик дөрөҫ һайлау була. Ул инструктор, бүлек мөдире, икенсе секретарь булып эшләне. 1963 йылдың ноябренән 1969 йылдың авгусына тиклем – Бәләбәй районы комсомол комитетының беренсе секретары. Миңә уның менән байтаҡ йылдар бергә эшләү бәхете тейҙе, шуға күрә ул Тәбиғәттән ойоштороусы һәм лидер ине, тип икеләнмәй әйтә алам.
Беренсе – вазифаһы буйынса ғына түгел. Донъяны журналист, шағир күҙҙәре менән ҡабул итеүсе ижади кеше булараҡ, кәнсәләр әкәмәттәрен, чиновниклыҡ кәмиттәрен күрә алмай ине. Кем әйтмешләй, арымай-талмай, ваҡытын ҡыҙғанмай эшләне. Уны хужалыҡтарҙа, мәктәптәрҙә, Рөстәм йәштәр менән дә, өлкәндәр менән дә уртаҡ тел таба белде. Һәм... юғары етәкселек менән. Сер түгел, беҙ (хәйер, бөтә илдә шулай булды) икенсе ҡаттағы “өлкән иптәштәрҙең” ҡаты күҙәтеүе һәм баҫымы аҫтында эшләнек. Йыш ҡына өҫтән етәкселек ғәҙәти нормаларҙан сығып, тәртип боҙған мәктәп уҡыусыларына ҡарата ғына урынлы булған нотоҡ уҡыусы рәүешенә инә ине. Ундай саҡтарҙа таяҡтың йыуан башы Рөстәм арҡаһына төштө. Әммә ул юғалып ҡалмай, шаян һүҙ, юмор ярҙамында хәлдән сығыуҙың ҡулай әмәлен таба, шул уҡ ваҡытта үҙ йөҙөн һәм позицияһын юғалтмай ине.предприятиеларҙа яҡшы белделәр.
Ә баянда нисек уйнай ине! Йәштәр кисәләрендә, ғаилә, иптәштәр менән кис ултырған саҡтарҙа ул һис шикһеҙ иғтибар үҙәгендә, компанияның йәне булды. Комсомолдан киткәс оҙаҡ йылдар район, унан берләштерелгән “Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһы коллективын етәкләне. Был ваҡытта уның бер нисә юмористик хикәйәләр китабы донъя күрҙе, журналистар, унан Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы булды. Талантлы кеше бар яҡтан талантлы тип, юҡҡа әйтмәйҙәр. Рөстәм нескә юморы, ышандыра, үҙ фекерен яҡлай, хеҙмәттәштәрен ҡыҙыҡлы идея менән мауыҡтыра, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыуға туплай белеүе менән айырылып торҙо.
11 йыл элек беҙ Рөстәм Закуан улын һуңғы юлға оҙаттыҡ, уға әле 65-тә тулмағайны.
Сәҙит Латипов,
БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре
Читайте нас