Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
24 Октябрь 2018, 11:23

Көҙгө урман әйҙәй үҙенә

“Булды! Бөгөндән башлап Сәләмәтлек һуҡмағына сығам!” – ҡәтғи ҡарарға киләм һәм тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәрен ташлап, урманға йүнәләм.

“Булды! Бөгөндән башлап Сәләмәтлек һуҡмағына сығам!” – ҡәтғи ҡарарға киләм һәм тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ йорт мәшәҡәттәрен ташлап, урманға йүнәләм.
Үтһә, ярты сәғәт үтер! Сәғәт тигәндән, үләндәр менән дауалаусы бер врач: “Һеҙгә нисә йәш, һеҙгә шунса минут саф һауала йөрөргә кәрәк”, – тип кәңәш бирә. Тимәк, ярты сәғәт кенә аҙ минең өсөн. Тә-әк, Сәләмәтлек һуҡмағының дөйөм оҙонлоғо – 2600 км, “самай раз” була түгелме? Иҫәп-хисап менән өҙөп, ниһайәт, мин урманда!
Эй-й, быйылғы көҙ үҙенә яңынан ғашиҡ иттерҙе ләбаһа! Йырып сыҡҡыһыҙ бысрағы ла, быҫҡаҡлап яуған ялҡытҡыс ямғырҙары ла, йәйге матурлыҡты бер төндә юҡҡа сығарыусы көтөлмәгән ҡырауҙары ла булманы. Ә көҙҙөң бар матурлығы, әйтерһең, тап урманда тупланған. Һап-һары япраҡтар менән биҙәлгән, урыны-урыны менән сит-ситтәре йәшкелт мүк менән ҡаймаланған һуҡмаҡтан атлағанда үҙеңде нимфа – урман һылыуҡайы итеп тояһың. Бында ел дә иҫмәй, ул, сабыйын башынан һыйпап йоҡлатҡан әсә кеүек, ағас баштарына ҡағылып үтә лә һаҡ ҡына тибрәтеп, япраҡтарҙы аяҡ аҫтыңа килтереп һала. Ҡышҡа, ҡышҡы йоҡоға әҙерләй ул шулай. Сатлама һалҡындарҙа туңа күрмәгеҙ, хәйер, барыбыҙға ла ҡышты имен-аман сығырға яҙһын, тип теләйем өйкөм-өйкөм болоттар ҡаплаған күккә ҡарап... Әле тын ғына торһа, ҡолаҡҡа һаҡтар шул япраҡтарҙың елбер-елбер генә тауыш сығарып ергә төшөүен дә ишетә ала хатта. Күкрәк тултырып һалҡынса һауаны һулайым. Зиһен яҡтырып киткәндәй була, тәндән рәхәт бер семерҙәү үтә! Үҙе һалҡын, үҙе йылы! Миҙгел менән миҙгел алмашынғанда ғына шулай булалыр ул. Сикәләр алһыулана, кәйеф күтәрелгәндән-күтәрелә, үҙеңдән-үҙең йылмаяһың... Бында үҙенә башҡа бер илаһи мөхит, тынлыҡ. Кешеләр ҙә уны боҙорға ҡыймай: бер-береһе менән шым ғына һөйләшә, хатта шым ғына көлөшә, ара-тирә балаларҙың тауыштары ғына яңғырап китә.
Тағы бер нәмәгә иғтибар итәм: иҫемдә, ун биш йыллап элек был һуҡмаҡта кемделер осратыу һирәк күренеш ине. Әле урман тулы кеше! Шуға шатланам. Ниһайәт, халыҡ боронғолар әйтә килгән “хәрәкәттә – бәрәкәт” булыуын аңлай, телевизор-компьютерҙан башҡа ла донъя барлығын күрә башланы. Заманында ҡала ситендәге урманда Сәләмәтлек һуҡмағын эшләткән “Автонормаль” заводының беренсе директоры Марс Әмировтың алдан күрә белеүсәнлегенә һоҡланмай мөмкин түгел. Урыны йәннәтелер, күпмеләр хәҙер уны маҡтап телгә ала, рәхмәт уҡый.
Ысынлап та, бер сәғәт тә үтмәне, ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында икенсе бер донъяға эләгеп, арыу-талыуҙы онотоп, рәхәт сигеп, өйгә дарман алып, күңелем күтәрелеп ҡайтты...
Көҙгө урмандың күңеле киң, барыһын үҙенә әйҙәй!
Алһыу Шәрипова
Читайте нас