Туризм
24 Октября 2018, 07:07

Китәһеҙҙәме ни, аҡҡоштар...

Аҡҡош – иң матур ҡоштарҙың береһе. Ул ап-аҡ булыуы менән генә түгел, үҙен ғорур тотоуы менән дә таң ҡалдыра. Бәләбәйҙәр ҡала быуаһына барып, әлеге нәфис ҡоштарға һоҡлана ала. Көньяҡҡа китер алдынан бер төркөм аҡҡоштар унда ялға туҡтаған.

Аҡҡоштар
Рауил Фәйзуллин һүҙҙәре
Фасил Әхмәтов көйө
Көҙҙәрҙән һуң яҙҙар килмәй,
Алда – һалҡын, аҡ ҡыштар.
Китәһеҙҙәме ни,
Китәһеҙҙәме ни,
Китәһеҙҙәме ни, аҡҡоштар?
Әллә нисек үтте йәшлек,
Һуң осрашты яҙмыштар.
Хушлашырға беҙгә
Иртәрәк бит әле,
Иртәрәк бит әле, аҡҡоштар!
Беҙҙә әле был донъяға
Күңел тулы алҡыштар,
Китәһеҙҙәме ни,
Китәһеҙҙәме ни,
Китәһеҙҙәме ни, аҡҡоштар?
Читайте нас