“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә билдәле башҡорт композиторҙарының ижад һәм тормош юлына арналған “Моңло тирмә” күңел асыу-танып белеү сараһы уҙҙы.
Уны күптән түгел милли үҙәктә эш башлаған мәҙәни сараларҙы ойоштороусы Анжела Әүбәкирова саф башҡорт телендә әҙерләп, матур итеп алып барһа, шулай уҡ яңы белгес – хормейстер Айнур Әүбәкиров музыкаль яҡтан биҙәп тулыландырҙы. Музыкаль бәйгелә тамашасыларҙан һәм мәҙәни үҙәк ағзаларынан, 17-се һәм 15-се мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусыларынан тупланған ике команда – “Салауат” һәм “Йондоҙ” – “көс һынашты”. Әйтергә кәрәк, биремдәр бигүк еңел булманы: музыкаль әҫәрҙең композиторы кем, йырҙың исеме нисек һәм уны кем башҡара. Яуаптар был йәһәттән белемде тәрәнәйтергә кәрәклегенә ишара булды. Ҡатнашыусыларҙың ғына түгел, сарала ҡатнашҡан һәр кемдең. Шуға “Моңло тирмә”нең танып белеү даирәһен киңәйтеүҙә мәртәбәһе айырыуса ҙур булды. Билдәле башҡорт композиторҙары Заһир Исмәғилев, Рим Хәсәнов, Хөсәйен Әхмәтов, Салауат Низаметдинов, Нур Дауытов, Артур Туҡтағолов тураһында күп мәғлүмәт еткерҙе алып барыусы. Өҫтәмә мәрәй алыу өсөн командаларҙың улар репертуарынан йырҙар йырлап ишеттереүе, шулай уҡ Айнурҙың ҡурайҙа дәртле көйҙәр уйнауына клуб формированиелары етәксеһе Миңзифа Вилданованың барыһын бейергә алып төшөүе күңелле һәм урынлы булды.
Ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә, дуҫлыҡ еңде! Командалар, шулай уҡ программаны башынан аҙағынаса иғтибар менән тыңлап, ҡарап ултырған, шуға сара аҙағында Анжела апайҙарының викторина һорауҙарына бер ҡыйынлыҡһыҙ яуап биргән балалар татлы бүләктәр алды.
“Моңло тирмә” кеүек танып белеү саралары йышыраҡ уҙғарылһын, әҫәрҙәрендә тыуған Башҡортостаныбыҙҙы, уның халҡын, тәбиғәтен данлаған шәхестәребеҙ тураһында күберәк беләйек.