Илдең хеҙмәт кодексына ярашлы, 4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө – эшләмәгән байрам көнө. 2018 йылда байрам йәкшәмбегә тура килә, шуға ял көнө дүшәмбегә, 5 ноябргә, күсерелә. Шулай итеп, рәсәйҙәр 3, 4 һәм 5 ноябрь ял итә.
Йома, 2 ноябрҙә, эш көнө ҡыҫҡармай, сөнки ул байрам алды көнө түгел. Йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә эшләмәгән байрам көнө 4 ноябрь – Халыҡ берҙәмлеге көнө – отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө 2005 йылдан билдәләнә. Байрам Рәсәй Хәрби даны көндәренә индерелгән һәм 1612 йылда халыҡ ополчениеһының поляк баҫҡынсыларын еңеүенә арналған.