Рәсәйҙең популяр йырсыһы Алһыу (Сафина) Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы булды. Бүләкләү тантанаһы Рәсәйҙең Ҙур театрында уҙҙы.
«Мәҙәниәт министры В. Р. Мединский миңә «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем биреү тураһындағы таныҡлыҡ менән күкрәккә тағыла торған билдәне тапшырҙы. Ошо наградаға табан юлда кемдәр миңә булышлыҡ итте һәм миңә ышанды барыһына ла рәхмәт. Һеҙ – минең көс һәм илһам сығанағы», – тип яҙа йырсы инстаграмда.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Алһыуҙың тамырҙары – Илеш районының Уяндыҡ ауылында, унда йырсының атаһы Рәлиф Сафин тыуған. Бында Алһыу даими рәүештә күмәк музыкаль байрамдар уҙғара.