Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
26 Октябрь 2018, 15:04

Былбылдарҙы һайратыр шағир

Башҡортостанда танылған башҡорт шағиры һәм журналист Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тулыу билдәләнде (1918 — 1994).

Юбилей тантаналары 2018 йылдың октябрендә Өфөлә һәм Ишембай районында уҙҙы. Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында шағир тыуып үҫкән йортта мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
«Китап» нәшриәтендә Яҡуп Ҡолмойҙоң һайланма әҫәрҙәре донъя күрҙе. «Һайланма әҫәрҙәр» китабына шиғырҙары, сонеттары, поэмалары тупланған. Авторҙың был әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының рухи ныҡлығы, үҙ илен, тыуған төйәген мөкиббән яратыуы, тоғролоғо асыҡ сағыла.
Китапты төҙөүсе автор Миләүшә Ҡолмөхәмәтова «Былбылдарҙы һайратыр шағир» мәҡәләһендә шуларҙы яҙа: «Яҡуп Ҡолмойҙоң «Һайланма әҫәрҙәр»енең ниндәй генә бүлеген алма, унда яҙиптең төрлө йылдарҙа ижад ителеп, бешеп еткән алмалар төҫлө өлгөргән, аҡыл һәм хис тулы, фәлсәфәле әҫәрҙәре тупланды. Уларҙа әҙип тыныс тормош, мөхәббәт, мәңгелек, йәшлек, үткән ғүмер һәм тормош асылы хаҡында уйлана, йыш ҡына хәтирәләргә бирелә. Әҫәрҙәренең теле ябай һәм уҡымлы, шағир һүҙ менән оҫта эш итә».
Шағирҙың 100 йыллығына Башҡортостандың Милли әҙәби музейы һәм республиканың Милли китапханаһы юбилей күргәҙмәләре лә асылды. Өфөләге урамдарҙың береһенә Яҡуп Ҡолмойҙоң исеме бирелә.
Яҡуп Ҡолмой Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Ленинсы», «Кызыл тан» гәзиттәрендә — үҙ хәбәрсе, әҙәби хеҙмәткәр, радиола, БАССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарамағындағы телевидение һәм радиотапшырыуҙар дәүләт комитетының әҙәби тапшырыуҙар редакцияһында эшләгән. 20-нән ашыу шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы авторы.
Читайте нас