“Малиновка” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре 422 гектар майҙандан көнбағыш йыйып алды. Уңыш гектарынан 10 центнер тәшкил итте.
Беҙ килгәндә комбайндар көнбағыш сәселгән һуңғы баҫыуҙан сыҡты. Арыған, әммә эштәрен тамамлауҙан ҡәнәғәт комбайнсылар “БХ” өсөн фотоға төшөүҙән баш тартманы. Ә беҙ ул арала кооператив етәксеһе, республиканың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Марс Миңнуллин менән һөйләштек.
– Иген һәм техник культураларҙы беҙ үҙ көсөбөҙ менән урып-йыйҙыҡ. Быйылғы бар уңышты комбайнсылар Андрей Клоос, Валерий Фондяков, Александр Танакбаев юғалтыуҙарһыҙ йыйып алды. яҙғы сәсеү һәм ураҡ эштәрен ваҡытында башҡарыу өсөн бригадир Хәлит Рамазанов ныҡ тырышты, – тип билдәләне Марс Сәлих улы. – Ындыр табағында Сергей Сәхипгәрәев, Андрей Паньков намыҫлы эшләне. Сәсеүлектәрҙе химик утауҙы ваҡытында һәм сифатлы итеп Николай Романюк башҡарҙы.
Быйылғы ауыл хужалығы миҙгеле иген культуралары үҫтереү өсөн әллә ни уңышлы булманы, шуға күрә уңыш былтырғы менән сағыштырғанда күпкә аҙ. Шулай ҙа малиновкалар хужалыҡта булған 700 баш малды туҡ ҡышлатыуҙы тәьмин итер өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләне. Бесән һәм сенаж әҙерләүҙә механизаторҙар Алексей Никитуха, Александр Задыхайло, Евгеий Манчьжурин, Алексей Федоров намыҫлы эшләнеләр. Александр Бикташев менән Евгений Талынев һөтсөлөк фермаһына сенаж ташынылар.
Әлеге ваҡытта кооперативта ер туңға һөрөлә. Ауыл хужалығы эштәре тулыһынса тамамланғас, игенселәр бер аҙ ял итәсәк, ә унан техниканы 2019 йылдың яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерләй башлаясаҡтар.
“Малиновка” кооперативының дөйөм һөрөнтө ере майҙаны 3000 гектар тирәһе, иген культуралары шуның 2500 гектарын биләгән.
Римма Солтанова. Елена Торгашова фотоһы