РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан төҙөлгән Йылдам социаль-иҡтисади үҫешеүсе территория резиденттары исемлегенә 22 октябрҙә Бәләбәй ҡалаһынан тағы бер резидент индерелде – “Люминес” йәмғиәте.
“Бәләбәй” йылдам социаль-иҡтисади үҫешеүсе территорияһының етенсе резиденты итеп теркәлгән предприятие экологик яҡтан зыянһыҙ һәм экономиялы светодиодлы лампалар етештереү буйынса яңы эшмәкәрлек йүнәлешен үҙләштерә.
“Люминес” йәмғиәте инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра, уға ярашлы,153, 7 млн һум инвестиция йәлеп итеү һәм 60 яңы эш урыны булдырыу ниәтләнә.