Башҡорт сәсәниәһе Фәүзиә Ҡотлоғилдина республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа фатиха яҙған. Текст социаль селтәрҙәр буйлап киң таралған.
Фәүзиә Ҡотлоғилдина – пенсионер, Ғафури районы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе. Алтынбикә псевдонимы менән сығыш яһай. Социаль селтәрҙәр менән әүҙем ҡулланыусы, милли бәйгеләр модераторы. Яңыраҡ Өфөлә II Бөтә Рәсәй сәсәндәр фестивалендә ҡатнашҡан.
«Радий Фәрит улы – яҡташым, мин үҙем сығышым менән Ишембай районынан. Уны тәғәйенләгән көндө уҡ шиғырҙар килеп тыуҙы. Уларҙа мин уй-фекерҙәремде, өмөттәремде тупланым», — ти сәсәниә.
Әүәл-әүәлдән халыҡ сәсәндәре кешеләргә мөһим ваҡиға алдынан фатиха биргән. Айҙар Байыҡты хәтергә алайыҡ: 1812 йылғы Ватан һуғышында ул башҡорт яугирҙарын оҙатҡан һәм ҡаршы алған.