Шәмбе күп ҡала кешеләре ауыл хужалығы йәрминкәһенә аҙыҡ-түлек алырға килде.
Әйтергә кәрәк, был юлы сауҙа йәнле барҙы – сауҙа итеүселәр ҙә һатып алыусылар ҙа байтаҡ булды.
Халыҡ тоҡлап һуған, картуф, тоҙларға кәбеҫтә алды. Һыйыр, сусҡа ите етерлек, ә ҡош-ҡорт ите аҙыраҡ ине (әлегә һуйырға иртәрәк, күрәһең). Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урындағы баҡсасылар үҙ продукцияһын сығармаған – бөтә алмалар ҙа ситтән килтерелгәйне.
Эҫе йәйҙең һуңғы сәләме – ҡарбуз. Буйлы-буйлы еләктәр кисә-бөгөн генә ҡайтарылмаған, әлбиттә, әммә уның менән һыйланырға теләүселәр етерлек булды.
Балыҡтың төрлөһө – ыҫланғаны, туңдырылғаны, хатта ҙур һауыттарҙа тере балыҡ бар...
Ҡыҫҡаһы, һатып алыусы продукттарҙы бер урында һатып ала алды. Беҙҙең газета уҡыусыларҙы айырым билдәләге килә: улар ҡышҡа аҙыҡ запасы ла тупланы, 2019 йылға гәзиткә лә яҙылды.