Һуңғы йылдарҙа ҡалала юлдарҙы йүнәтеү буйынса күп эшләнә. Йәйәүлеләр юлдарына ла сират етә. Бәләбәй ҡалаһының Коммунистик урамында тротуар һәм баҫҡыс эшләнде.
Подряд ойошма – "Дорцентр" йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн тимер ҡойма ла ҡуйған. Уларға "Стройсервис" йәмғиәте белгестәре – иретеп йәбештереүсе Андрей Яковлев, слесарь Юрий Леонович, эшсе Дмитрий Корнилов ярҙам иткән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Комунистик урамына ремонт "Заманса ҡала мөхитен булдырыу" федераль маҡсатлы программаһына ярашлы уҙғарылды. 800 метр тротуарҙа 16 баҫҡыс ҡуйылған. "Дорцентр" йәмғиәтенең баш инженеры Милитон Ованян әйтеүенсә, уларҙың бейеклеге норматив талаптарға яуап бирә.
Муниципаль контракт буйынса, объект ошо көндәрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.