Туризм
31 Октября 2018, 12:03

Мөхәмәтша Буранғолов – мәшһүр сәсән, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре

Башҡорт халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына быйыл – 130 йыл. Ул мәҙәни мираҫы менән үҙенең исемен башҡорт халҡының мәҙәни тарихына алтын хәрефтәр менән яҙып ҡалдырған шәхес.

Башҡорт халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына быйыл – 130 йыл.
Ул мәҙәни мираҫы менән үҙенең исемен башҡорт халҡының мәҙәни тарихына алтын хәрефтәр менән яҙып ҡалдырған шәхес. "Урал батыр" эпосына бөтөн донъя халҡы һоҡлана. Был бөйөк мираҫтың беҙҙең көндәргә килеп етеүе менән беҙ уға бурыслыбыҙ. Ошо факт ҡына ла уның шәхесен әһәмиәтле итә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда халҡыбыҙҙың героик эпостарын ташҡа баҫтырып, халыҡтың рухын күтәрә ул. Фольклорсы ғына түгел ул, йәмәғәт эшмәкәре лә.
М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт һынлы сәнғәт музейының конференц-залында Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли концеренция уҙған.
Юғары уҡыу йорттары ғалимдары башҡорт фольклористикаһына нигеҙ һалыусы булараҡ Мөхәмәтша Буранғолов, ижтимағи-сәйәси тормошта уның роле, халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡыһы һәм хәҙерге заман бренды булараҡ “Урал батыр” эпосы кеүек темаларҙы яҡтыртҡан.
Ырымбур өлкәһенең Үрге Ильяс ауылында халыҡ сәсәне, башҡорт әҙәбиәтенең классигы Мөхәмәтша Буранғоловҡа иҫтәлекле стела асылған. Сарала төбәктә йәшәгән башҡорттар, Башҡортостандан ҙур делегация ҡатнашҡан.
Читайте нас