Баҫма Башҡортостандың халыҡ шағиры, башҡорт яҙыусыһы, шағир, драматург, йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең 100 йыллығы алдынан донъя күрҙе (1919-2005). Китапты Мостай Кәрим исемендәге фонд ярҙамында «Инеш» нәшриәте сығарған. Китаптың исем туйында республика етәкселеге вәкилдәре, танылған әҙәбиәт, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, Мостай Кәрим исемендәге фондтың грантына лайыҡ булғандар ҡатнаша. Мостай Кәрим исемендәге Миллли йәштәр театры актерҙары ҡунаҡтарға шиғри композиция әҙерләй.