Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
1 Ноябрь 2018, 15:57

Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта...

Өлкән йәштә булһаң да, әүҙем йәшәү рәүеше алып барырға, хатта шаярып, “йүгәндән ысҡынып” алырға була…

Өлкән йәштә булһаң да, әүҙем йәшәү рәүеше алып барырға, хатта шаярып, “йүгәндән ысҡынып” алырға була…
Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һарайында “Аҡсарлак” һәм “Гәүһәр” татар йыры ансамблдәре ( етәксеһе Рәзидә Ибәтуллина) сәхнә оҫталары “Шаян ҡарттар” концерт программаһында теләһә ниндәй йәштә лә йәштәрҙе көнләштерерлек итеп бейеп, шаярып булыуын күрһәтте. Ҡыҙыҡлы һәм бик күңелле булды! Тамашасылар концерттан яҡшы кәйеф, дәрт-дарман алды.
“Ҡарсыҡтар” әле Корея башҡарыусыһының “опа гангам стайл” хитына бейенеләр, әле бөтөн залды "өслө", "дүртле" халыҡ бейеүҙәренә күтәрҙеләр, әле Кавказ халҡының ут өйөрмәһеләй дәртле бейеүен башҡарып, халыҡты көлдөрҙөләр. Шулай уҡ тамашасылар яратҡан эстрада һәм халыҡ йырҙары яңғыраны. Йәштәр дуэттары, баянда халыҡ көйҙәре кисәнең матур бер биҙәге булды.
Концерт бер тында уҙҙы. Килгәндәр күңелле кис өсөн рәхмәттәрен белдереп, һәүәҫкәр артистарҙы аяғүрә баҫып алҡышланы, тағы осрашырға яҙһын, тигән теләк белдерҙе.
Алһыу Шәрипова.
Читайте нас