Туризм
2 Ноября 2018, 15:13

Берҙәм үҙәк булдырыла

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров дәүләт киң мәғлүмәт саралары, нәшриәттәр, киностудиялар, коммуникация технологияларын үҫтереү һәм элемтә ойошмаларын дәүләт предприятиеһы – “Башинформ” акционерҙар йәмғиәтенә берләштереү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Директорҙар Советы Рәйесе итеп Ростислав Мырҙағолов тәғәйенләнде.

“Башинформ” йәмғиәте етәксеһе әйтеүенсә, власть менән халыҡ араһындағы бәйләнеш системаһын булдырыуҙа республиканың барлыҡ дәүләт һәм муниципаль структуралары ҡатнашасаҡ. Мәғлүмәт алышыу ғына түгел, ә яуаплы кешеләрҙең йәмғиәттең һорау-талаптары буйынса тиҙ арала ҡарар ҡабул итеүе – төп маҡсат.
Читайте нас