Республиканың иң матур ауылын асыҡлауға конкурс тамамланды. Еңеүселәр билдәләнде.
“Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы”, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы һәм БР Йәш депутаттар ассоциацияһы уҙғарған конкурста ҡатнашыуға Башҡортостан ауылдарынан 47 ғариза килгән.
Һөҙөмтәлә Хәлил (Әбйәлил районы), Бахтыбай (Бөрө районы), Иҫке Күрҙем (Тәтешле районы) иң матур ауылдар тип танылды. Улар I, II һәм III урындар яуланы.
24 октябрҙә конкурс комиссияһы тауыш биреү юлы менән финалсылар араһынан еңеүсене асыҡлаған. Баһалауҙа ауылдың тышҡы йөҙө, уның тарихы, ауыл халҡының йәмәғәт тормошонда әүҙемлеге, мәҙәни ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлауы, интернетта күрһәтеүе (сайт йә социаль селтәрҙәрҙә төркөмдәр) ҡаралған.
Номинацияларҙа өҫтәмә билдәләнгәндәр:
“Иң татыу ауыл” – Ыҫлаҡбаш (Бәләбәй районы), “Иң ҡунаҡсыл ауыл” – Рсай (Илеш районы), “Иң йәмле ауыл” – Йомаш (Саҡмағош районы), “Иң эшһөйәр ауыл” – Үрге Этҡол (Ишембай районы), “Иң заманса ауыл” – Октябрьск (Стәрлетамаҡ районы), “Традицияларға бай ауыл” – Ибрай (Ейәнсура районы).
Еңеүселәргә һәм номинанттарға Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөндә тантаналы шарттарҙа бүләктәр тапшырылған.