Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
6 Ноябрь 2018, 14:46

«Киндер-сюрприз» һораған Рамаҙанға – конструктор

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Әбйәлил районына эш сәфәре мәлендә танышҡан малайға бүләк ебәргән.

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Әбйәлил районына эш сәфәре мәлендә танышҡан малайға бүләк ебәргән.
Йәнекәй ауылынан Рамаҙан Хызыров - бик аралашыусан һәм ҡыҙыҡһыныусан малай, бигерәк тә техникаға битараф ҡала алмай. Ул иҫтәлекле көндө лә урам буйлап үткән машиналарға таң ҡалып торған була. Төбәк етәксеһе һәр машинаны диҡҡәт менән оҙатып ҡалған бала янында туҡтамай булдыра алмай. Ошо миҙгелде мәңгеләштергән фото бөгөн интернеттағы иң популярҙарҙың береһе – балаға оло ихласлыҡ һәм ихтирам менән ҡараған етәксе иртәгәһе көнгә ышаныс уята.
Баҡһаң, Радий Хәбиров малайға бүләк тә вәғәҙәләп өлгөргән булған икән. Ошо көндәрҙә Рамаҙан һәм уның һеңлеһе Ирида республика етәксеһенән уйынсыҡтар алып ҡыуанды. Төрлө әйберҙәр төҙөргә яратҡан малай бөгөн мөкиббән китеп конструктор, ә һеңлеһе ҡурсаҡ уйната.
Читайте нас