Туризм
7 Ноября 2018, 09:26

Башҡортостан гүзәле билдәләнде

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ һәм йолалар республика конкурсы финалы уҙҙы. Унда республика ҡала һәм райондарынан 18 һылыуҡай ҡатнашҡан.

Өфөлә «Башҡортостан гүзәле» матурлыҡ һәм йолалар республика конкурсы финалы уҙҙы. Унда республика ҡала һәм райондарынан 18 һылыуҡай ҡатнашҡан.
Гран-приға Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Гөлфиә Ҡудашева (тыумышы менән Йылайыр районынан) лайыҡ булған.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың тасуири телмәр тота белеүе, тәбиғи матурлығы һәм һөйкөмлөлөгө, зифа буй-һыны; йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белеүе; сәхнә мәҙәниәте баһаланған. Жюри фекеренсә, Гөлфиә эске һәм тышҡы матурлығы менән айырылып торған.
Конкурстың төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлау.
Читайте нас