Бәләбәй һөт комбинаты 2020 йылдың аҙағына тиклем производство ҡеүәтен камиллаштырып, артабан етештерелеүсе продукция күләмен ике тапҡыр арттыра ала.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл мартта Францияның Savencia Fromage & Dairy компанияһы «Нерал» компаниялар төркөмөнән предприятиеның мажоритар пакетын һатып алды. Яңы хужа инвестиция проектына ҡушылды һәм үҙ сараларын үҫтереүгә аҡса һала.
Үҙ сиратында, республика Хөкүмәте ҡорамалдар һатып алыуға субсидиялар бүлергә һүҙ бирҙе. Дөйөм инвестициялар күләме – 2,4 миллион һум. Социаль һөҙөмтә 72 эш урыны булдырыуҙа көтөлә.
Быға тиклем хәбәр ителгәнсә, Savencia Бәләбәйҙә йомшаҡ сырҙар (ҡаймаҡ йәки эремсек менән) етештерә башларға күҙаллай.
Әле сыр өсөн эремсек һыуын киптереү линияһы ҡорола һәм яңы тәжрибә цехын төҙөү өсөн майҙан әҙерләнә.