Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәғариф министрлығына һәм Милләттәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡҡа Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса фонд булдырыуҙы йөкмәтте. Тейешле Указға 26 октябрҙә ҡул ҡуйылды һәм ул шул уҡ көндө көсөнә инде.
– Указдың тексында Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәре Рәсәй дәүләтенең милли хазинаһы һәм тарихи-мәҙәни мираҫы булып тора, – тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. – Президенттың әлеге ҡарары – Рәсәйҙең этник һәм мәҙәни күп төрлөлөгөн һаҡлау эшенә шаҡтай өлөш. Һуңғы ваҡытта әлеге йүнәлештә федераль кимәлдә күп аҙымдар яһала. Әйтәйек, августа Владимир Путин мәктәптәрҙә туған телдәрҙе өйрәнеүгә уҡыусыларҙың хоҡуҡтарын гарантиялаусы законға ҡул ҡуйҙы, ул төбәктәрҙә киң хупланды. Киләһе йыл башынан уҡ Фонд эшләй башлар, тип фаразлана.
Фонд федераль бюджет, ирекле иғәнәләр һәм башҡа сығанаҡтар аҡсаһы иҫәбенә булдырыласаҡ. Президент Указына ярашлы, өс айҙа ведомстволар-ойоштороусыларға Фондтың уставын раҫларға, ә Рәсәй Хөкүмәтенә Фонд идаралығының һәм попечителдәр советының составтарын, уға тапшырылаһы милектең исемлеген раҫларға кәрәк. Фонд Мәскәүҙә урынлашасаҡ. Уның бюджетын финанслау 2019 йылдан башлана.