Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
7 Ноябрь 2018, 13:19

“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгенә – 20 йәш!

Бәләбәй районында йәшәүселәрҙең күп милләтле ғаиләһенең рухи һәм мәҙәни берҙәмлеге усағы яңы көс, уй-ниәттәр, идеялар һәм асыштар менән өсөнсө ун йыллыҡҡа аяҡ баҫа!

Бәләбәй районында йәшәүселәрҙең күп милләтле ғаиләһенең рухи һәм мәҙәни берҙәмлеге усағы яңы көс, уй-ниәттәр, идеялар һәм асыштар менән өсөнсө ун йыллыҡҡа аяҡ баҫа!
2018 йылдың 2 ноябрендә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, “Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәге үҙенең 20 йәшен билдәләне. Был йылдарҙа күпме таланттар асылған, ижади еңеүҙәргә һәм ҡаҙаныштарға ирешелгән, алда – яңы офоҡтар, яңы ижади үрҙәр, ветерандар нигеҙ һалған традицияларҙы һаҡлау һәм нығытыу.
“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәге коллективы ауыл структур подразделениелары менән бергә декоратив-ғәмәли сәнғәт күргәҙмәләре ойошторҙо һәм онотолмаҫ сағыу программа күрһәтте.
Юбилей уңайынан күпме рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны был кистә! БР Бәләбәй районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев изге хеҙмәттәре һәм кешеләргә шатлыҡ бүләк итә белгәндәре өсөн милли-мәҙәни үҙәк коллективына рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ уларҙы алтынсы саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Марат Шафиҡов, ҡала һәм райондың башҡа хөрмәтле кешеләре һәм коллегалары ихлас ҡотланы.
Читайте нас