Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Ноябрь 2018, 17:03

Армияға китә егеттәр

“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә Армияға саҡырылыусылар көнө уҙҙы. Ватандың буласаҡ һаҡлаусыларына Бәләбәй районы МР Советы секретары Артур Садиҡов, хәрби комиссар Рөстәм Сәхәбов, отставкалағы полковник Зирәк Шәмсетдинов, Илдар хәҙрәт, Дмитрий Айдыбаев өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте.

“Урал батыр” милли-мәҙәни үҙәгендә Армияға саҡырылыусылар көнө уҙҙы. Ватандың буласаҡ һаҡлаусыларына Бәләбәй районы МР Советы секретары Артур Садиҡов, хәрби комиссар Рөстәм Сәхәбов, отставкалағы полковник Зирәк Шәмсетдинов, Илдар хәҙрәт, Дмитрий Айдыбаев өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Сығыш яһаусылар бер теләктә булды: “Тормошоғоҙҙа мөһим этап – Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре сафында хәрби хеҙмәт башлана. Хәрби әҙерлектә, хәрби техниканы үҙләштереүҙә уңыштар теләйбеҙ. Һау-сәләмәт, ныҡ булып ҡайтығыҙ!” Егеттәр бурыстарын намыҫ менән үтәргә ант бирҙе. Эдуард Агишев, Эдуард Егоров, Айнур Әүбәкиров, Валерий Ғәйнетдинов, “Консонанс” вокаль ансамбле һ.б. уларҙы музыкаль сәләмләне. Бәләбәй муниципаль районының социаль үҫеш идаралығынан әрмегә алыныусылар иҫтәлеккә “Бәләбәй” тип яҙылған көрөшкәләр алды.
Әнисә Ғәҙелшина
Читайте нас