Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
8 Ноябрь 2018, 15:02

“Ике аҡҡош” осто, ә йырҙары ҡалды беҙҙең менән...

Шишмә районында Фәриҙә Ҡудашева менән композитор Бәхти Ғайсиндың ижадына бағышлап, “Ике аҡҡош” республика конкурсы уҙҙы.

Шишмә районында Фәриҙә Ҡудашева менән композитор Бәхти Ғайсиндың ижадына бағышлап, “Ике аҡҡош” республика конкурсы уҙҙы.
Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсиндың ижади мираҫы милли мәҙәниәттең “Алтын фонд”ына ингән. “Ике аҡҡош” республика конкурсының төп маҡсаты – ике бөйөк талант эйәһенең рухи мираҫын һаҡлау һәм йәш башҡарыусыларҙың оҫталығын күтәреү.
Әлеге конкурста татар гимназияһы уҡыусылары – Эльвина Шәйгәрҙәнова менән Дилара Нартдинова ҡатнашты һәм уңыш ҡаҙанды. Еңеүселәр, шул иҫәптән Эльвина менән Дилара, 2018 йылдың 7 декабрендә Х. Әхмәтов исемендге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙасаҡ гала-концертҡа саҡырылды.
Гүзәл Әхмәтова, тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары
Читайте нас