Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
9 Ноябрь 2018, 16:11

«Ҡыш бабайға хат»

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Ҡыш бабайға хат» балалар республика проектында ҡатнашырға саҡыралар. Өфөнөң «Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды» һәм Ҡыш бабайҙың йәшерен хеҙмәте хаттар ҡабул итә башлаған да инде.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Ҡыш бабайға хат» балалар республика проектында ҡатнашырға саҡыралар. Өфөнөң «Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды» һәм Ҡыш бабайҙың йәшерен хеҙмәте хаттар ҡабул итә башлаған да инде.
Проектта 3-15 йәшлек балалар ҡатнаша ала. Шарттар буйынса, улар Ҡыш бабайға хат яҙырға һәм 2018 йылда ниндәй изге эштәр башҡарыуҙары хаҡында хәбәр итергә, шулай уҡ Ҡыш бабайҙың йәшерен хеҙмәтенән махсус эштәрҙе үтәргә тейеш. Шарттарға ярашлы, бүләк һорап яҙылған хаттар ҡаралмай. Конкурста изге эштәр тураһында бәйән иткән хаттар ғына ҡатнаша.
Хаттарҙы башҡарылған эштәр менән бергә 2018 йылдың 23 ноябренә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, «Ҡыш бабайға хат» абонент йәшниге адресы буйынса йәки pismo-dedumorozu@list.ru электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Конкурс еңеүселәре — социаль әһәмиәтле эштәрҙең авторҙары — Ҡыш бабайҙың Өфөләге Раштыуа шыршыһына саҡырыу ала. Байрам 2019 йылдың ғинуарында мәктәп каникулдары ваҡытында ойошторола.
Быйыл «Ҡыш бабайға хат» балалар республика проекты 16-сы тапҡыр уҙғарыла һәм Башҡортостан Республикаһында — Ғаилә, Рәсәйҙә Ирекмән йылына арналған.
Читайте нас