Туризм
12 Ноября 2018, 11:18

Беҙ музейҙа булдыҡ!

Башҡорт гимназия-интернатының 3 Г класы уҡыусылары Надеждин ауылында С.Т. Аксаков исемендәге музейға экскурсияға барҙы.

Башҡорт гимназия-интернатының 3 Г класы уҡыусылары Надеждин ауылында С.Т. Аксаков исемендәге музейға экскурсияға барҙы.
Малайҙар һәм ҡыҙҙар билдәле яҡташыбыҙ, үҙҙәре яратып уҡыған "Ал сәскә" әкиәте авторы Сергей Аксаковтың тормошо һәм ижады тураһында музей хеҙмәткәрҙәре һөйләгәндәрҙе ҡыҙыҡһынып тыңланы; экспонаттарҙы, иҫке фотоларҙы, документтарҙы иғтибар менән ҡараны. Һуңынан һорауҙарға яуаптар биреп, белгәндәрен нығытты. Яҙыусының һәйкәле алдында иҫтәлеккә фотоға ла төштөләр.
Башланғыс кластар уҡытыусыһы Ы.Фәтхетдинова
Читайте нас