14-17 ноябрҙә Санкт-Петербургта VII Халыҡ-ара мәҙәниәт форумы уҙа. Уның барышында Башҡортостан Республикаһы һәм күләмле мәҙәни ваҡиға — VI Бөтә донъя фольклориадаһы менән таныштырыу сараһы ойошторола.
Форумда халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Линар Дәүләтбаев етәкселегендә республиканың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры сығыш яһай. Заманса милли программа башҡорт халыҡ көйө «Урал» менән асыла. Оркестр менән бергә Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары — халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаттары Марсель Ҡотоев (вокал) һәм Евгений Чугаев (Думбыра) сығыш яһай.
Проекттың маҡсаты — форум ҡунаҡтарын илдең алдынғы төбәктәренең береһе менән таныштырыу, республика имиджын халыҡ-ара саралар үткәреү өсөн ҙур мәҙәни һәм инфраструктура ҡеүәтенә эйә субъект булараҡ нығытыу.