«Рәсәйҙең бөйөк исемдәре» конкурсының йомғаҡлау этабы башланды. Әлеге Бөтә Рәсәй проектында тауыш биреү кисә, 12 ноябрҙә, старт алды. Теләгән һәр кем илдең 47 аэропортының береһенә, шул иҫәптән Өфөләгеһенә исем һайлай ала. Өфө аэропортына хәрби летчик, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, халыҡ шағиры, яҙыусы Мостай Кәрим йәки милли батыр Салауат Юлаевтың исеме бирелеүе мөмкин. Тәүге өс исем йыйылған тауыштар һаны буйынса түгел, ә алфавит буйынса аталған.
Тауыш биреү өсөн ойоштороусылар тәҡдим иткән ысулдарҙың береһен файҙаланырға:
— великиеимена.рф сайтында,
— проекттың социаль селтәрҙәрендә,
— 8-800-707-93-17 һанына шылтыратырға,
— «Аэрофлот» компаниялар төркөмө самолеттары бортында һәм «Еңеү ирекмәндәре» стационар нөктәләрендә анкета тултырырға мөмкин.
Рәсәй аэропорттарына бирелергә тейешле исемдәр 2018 йылдың 5 декабрендә билдәле була.