Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Ноябрь 2018, 16:02

Медицинаға – етди иғтибар

Муниципаль район хакимиәтендә Бәләбәй йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән муниципалитетта сәләмәтлекте һаҡлау торошо темаһына эшлекле һөйләшеү булды. Ултырышты хакимиәт башлығы Азат Сәхәбиев алып барҙы.

Муниципаль район хакимиәтендә Бәләбәй йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән муниципалитетта сәләмәтлекте һаҡлау торошо темаһына эшлекле һөйләшеү булды. Ултырышты хакимиәт башлығы Азат Сәхәбиев алып барҙы.
Йәмәғәтселек палатаһы, ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәте һ.б. вәкилдәре һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының хәл-торошо һәм проблемаларҙы сисеү юлдары мәсьәләләрен күтәрҙе. Кәңәшмәлә Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы баш врачы Рөстәм Ишмурзин, уның урынбаҫарҙары, шулай уҡ бүлектәр мөдирҙәре ҡатнашты.
Һөйләшеү башланыр алдынан Р.Р. Ишмурзин районда сәләмәтлек һағы торошона дөйөм анализ бирҙе, бәләбәйҙәргә медицина хеҙмәте күрһәтеүҙә көнүҙәк проблемаларҙың нисек хәл ителеүен бәйән итте.
Унан ултырыш “һорау-яуап” форматына күсте, йәмәғәтселәр врачтарҙың етмәүе, заманса медицина ҡоролмаларының аҙ булыуы, бала табыу йортона капиталь ремонт, дарыуҙар һәм балалар туҡланыуы менән тәьмин ителеш, тар белгестәргә ҡабул ителеүгә яҙылыу һ.б. проблемаларҙы атаны. Һәр һорауға тулы яуап бирелде.
– Аралашыуҙың әлеге төрө халыҡты борсоған көнүҙәк темаларға йәнле әңгәмәләшеү алып барыу мөмкинлеге бирә, – тип билдәләне Азат Сәхәбиев сара аҙағында.
Марина Прохорова
Читайте нас