Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
13 Ноябрь 2018, 14:28

Закон һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусыларға!

Бәләбәй полицейскийҙары Рәсәйҙең Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләне.Үҙәк мәҙәниәт һарайында ғүмерҙәрен законға хеҙмәт итеүгә арнағандар хөрмәтенә тантаналы йыйылыш уҙҙы.

Бәләбәй полицейскийҙары Рәсәйҙең Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләне.
Үҙәк мәҙәниәт һарайында ғүмерҙәрен законға хеҙмәт итеүгә арнағандар хөрмәтенә тантаналы йыйылыш уҙҙы. Сараға ветерандар ҙа саҡырылғайны, улар адресына йылы ҡотлауҙар яңғыраны. Полицейскийҙарҙың күбеһе ғаиләләре менән килгәйне, был дөрөҫ тә, сөнки яҡындарының ярҙамы һәм аңлауы менән улар хеҙмәт бурыстарын тыныс үтәй ала. Хоҡуҡ тәртибе һағында тороусылар тантанаһында егеттәр, ҡыҙҙар ҙа күп ине. Тимәк, йәштәр Тыуған ил именлеге, граждандарҙың законлы хоҡуҡтарын яҡлау өсөн яуаплылыҡты иңдәренә алыуҙан ҡурҡмай.
Еңел булмаған хеҙмәт эйәләрен Бәләбәй районы МР хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев ҡотланы һәм район территорияһында хоҡуҡ тәртибен һаҡлауға тос өлөш индергән эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренә почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлеге начальнигы Ирек Әхмәҙуллин личный составты йылы ҡотланы. Бәләбәй полицейскийҙары яуаплы һәм изге хеҙмәттәрен намыҫ менән үтәй, улар кешеләргә ярҙамға килергә әҙер.
Зөлфиә Ғарифуллина
Читайте нас