«Медиалогия» мәғлүмәт аналитика системаһы 2018 йылдың октябре өсөн Волга буйы федераль округы губернаторҙары медиарейтингын төҙөгән. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәүге тапҡыр рейтингҡа ингән һәм беренсе урында тора.