Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
16 Ноябрь 2018, 01:15

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында яңы проект

Башҡортостан юлдаш телеканалы яңы проект башлай: «Республика LIVE. Был – Башҡортостан телевидениеһы өсөн үҙенсәлекле проект. Тамашасылар тәүге тапҡыр республика етәксеһенең кадр артында ҡалған эше менән таныша ала.

Башҡортостан юлдаш телеканалы яңы проект башлай: «Республика LIVE. Был – Башҡортостан телевидениеһы өсөн үҙенсәлекле проект. Телевизион тапшырыу кесаҙна, киске сәғәт 10-да эфирға сыға. Тамашасылар тәүге тапҡыр республика етәксеһенең кадр артында ҡалған эше менән таныша ала. Ижади төркөм Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусыны республика ҡалалары һәм райондары буйлап эш сәфәрҙәрендә оҙатып йөрөй. Ҡағиҙә булараҡ, телевидениела бындай сәфәрҙәр яңылыҡтар сығарылышында яҡтыртыла һәм бик аҙ мәғлүмәтте үҙ эсенә ала. «Республика LIVE» программаһында төбәк башлығының эше киңерәк форматта һәм икенсерәк яҡтан күрһәтелә: Радий Хәбиров халыҡ менән нисек, нимә хаҡында аралаша, урындағы чиновниктарға ниндәй бурыстар ҡуя, республика буйлап сәфәрҙән һуң ниндәй һығымталар яһай. Ошо һәм башҡа һорауҙарға республика етәксеһе проектты алып барыусы Елена Прочаковская менән аралашыу барышында яуап бирә.
Читайте нас