Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балалар йөҙөргә өйрәнә башланы.
– “Чемпион” спорт-һауыҡтырыу комплексында бассейнға йөрөү – инвалид балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең хыялы ине. Бөтә Рәсәй Инвалидтар ойошмаһының Бәләбәй ҡала һәм район ойошмаһында был мәсьәләне йыл ярым элек ҡарай башлағайныҡ, – тип һөйләй уның рәйесе Любовь Коробова.
Ниһайәт, ойошма рәйесе менән спорт-һауыҡтырыу комплексы директоры Рузил Собханғоловтың оҙайлы һөйләшеүҙәренән һуң беренсе күнекмә уҙған. Балалар шөғөлләнгән арала ата-әсәләр дежур тора.
Кем белә, унда йөрөгән ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында буласаҡ параолимпия уйындары чемпионы йөҙәлер!
инвалидтар йәмғиәте ағзаһы.