Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Туризм
20 Ноябрь 2018, 11:27

Тыуған ерем, рәхмәт һиңә!

Бәләбәй “Аҡ ҡалпаҡ” татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы уҙғарған кисә Икмәкте, игенсене, көҙгө муллыҡты ололауға бағышланды.

Бәләбәй “Аҡ ҡалпаҡ” татар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы уҙғарған кисә Икмәкте, игенсене, көҙгө муллыҡты ололауға бағышланды
Урып-йыйыу эштәре тамамланғас, боронғонан халыҡ Уңыш байрамын – Сөмбөлә байрамы үткәргән. “Сөмбөлә” һүҙе ғәрәпсәнән “башаҡ, иген” тип тәржемә ителә. Көҙгө муллыҡ байрамын мул өҫтәлдәр әҙерләп, көр күңел менән ҡаршы алырға тырышҡандар. Ата-баларыбыҙҙың изге йолаларын, байрамдарын онотмау маҡсатында уҙғарылды был кисә.
Көҙгө табында барыһы ла булды: түңәрәк өҫтәлдең бер яғында баҡсаларҙан йыйып алынған йәшелсә-емештәрҙән төрлө композициялар, банкаларҙа салаттар теҙелеп китһә, икенсе яғында милли ҡамыр ризыҡтары урын алды. Әлбиттә, иң күренеп торған урында – Икмәк балҡып ултырҙы. Ә тағы көҙгө табын йырға һәм нәфис һүҙгә, ихлас аралашыуға, хәтирәләргә һәм уйындарға бай булды.
Зәйфә Сәлихова
Читайте нас