Халыҡты ваҡытлы матбуғат уҡыуға йәлеп итеү, уҡыу культураһын үҫтереү, шулай уҡ гәзит-журналдарҙың тираждарын һаҡлау һәм арттырыу маҡсатында, 2019 йылға яҙылыу кампанияһына ярашлы, республикала ошондай исемдә конкурс уҙғарыла.
Төп приз – ВЕЛОСИПЕД – “Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһы редакцияһына ҡайтарылды һәм ул хужаһын көтә. Һеҙҙең был призды отоу мөмкинлегегеҙ бар! Конкурста ҡатнашыу өсөн 2019 йылға подписка кампанияһы ваҡытында “БР” Нәшриәт Йорто предприятиеһы газеталары һәм журналдарына яҙылырға кәрәк. “БР” Нәшриәт Йорто предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың яҡын туғандары (ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары) ҡатнашмай.
Конкурста ҡатнашыу өсөн 2019 йылға кәмендә 6 айға “БР” Нәшриәт Йорто баҫмаларына (гәзиткә йәки журналға) яҙылырға һәм 2018 йылдың 25 декабренә тиклем подписка квитанцияһының күсермәһен “Бәләбәй хәбәрҙәре” газетаһы редакцияһына алып килергә кәрәк (бер баҫмаға бер велосипед уйнатыла).
Уйнатыу “БХ” редакцияһында осраҡлы һайлау юлы менән уҙғарыла.